Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Республика Президенты Федоровка районының социаль объекттарын ҡараны

Йәмғиәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Федоровка районы буйлап эш сәфәре барышында Федоровка ауылының бер нисә социаль объеттарында булды.

Физкультура-сәләмәтләндереү комплексы республика бюджеты средстволары иҫәбенә 2010 йылда төҙөлгән. Бында Федоровка ауылының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе урынлашҡан. Мәктәптә еңел атлетика, футбол, саңғы спорты, баскетбол, волейбол, көрәш, өҫтәл теннисы, гер спорты, армрестлинг буйынса 27 төркөмдә 500 бала шөғөлләнә. Уларҙың 259-ы Гончаровка, Динес, Ҡараласыҡ, Юрматы, Балыҡлы, Яңы Яуыш, Бала Сытырман ауылдары мәктәптәрендә шөғөлләнә.

Артабан төбәк башлығы Федоровка ауылында урынлашҡан Үҙәк район дауаханаһында булды. 2011 йылда бында капиталь ремонт үткәрелгән. Дауахана сменаһына 200 кешене хеҙмәтләндерә.

Райондың дауалау-профилактика учреждениеларында йәмғеһе 36 табип, 155 урта медицина хеҙмәткәре, 76 кесе медицина персоналы эшләй. «Земство табибы» программаһы буйынса 2012 йылда районға һигеҙ йәш белгес килгән. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев билдәләүенсә, ағымдағы йылда программала йәнә 275 кешенең ҡатнашыуы көтөлә.

«Һаулыҡ» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә поликлиника өсөн яңы медицина ҡорамалдары һатып алынған. Шулай уҡ дауахана ҡарамағында өс реанимобиль бар.

Рөстәм Хәмитов медицина учреждениеһы бүлектәрен, реанимобилдә урынлаштырылған ҡорамалды ҡараны. Дөйөм алғанда, район халҡы медицина хеҙмәтләндереүенән ҡәнәғәт. Был табиптарҙың юғары профессионализмы хаҡында һөйләй.

Шулай уҡ Башҡортостан Президенты 112 урынға иҫәпләнгән «Ҡыңғырау» балалар баҡсаһында булды. Учреждениела республика бюджеты средстволары иҫәбенә капиталь ремонт үткәрелгән. Бында ҡыйыҡ ремонтланған, иҙәндәр, тәҙрәләр, ишектәр яңыртылған, йылытыу системаһы алмаштырылған, яңы технологик һәм уйын ҡорамаладары, мебель һатып алынған.

Рөстәм Хәмитов уйын, йоҡо бүлмәләрен, ашхананы ҡараны. Балалар Президентҡа ҙур булмаған концерт күрһәтте. Төбәк башлығы балалар баҡсаһының, уның биләмәһенең тәрбиәле, таҙа булыуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, райондың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында урындар дефициты оҙаҡламай кәмейәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть