10 декабрь, Шәмбе

22 апрель 2013 йыл, 12:04

Башҡортостан Президенты эш сәфәре менән Федоровка районында булды

автор: Розалия Вәлиева, Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Федоровка районында булды. Сәфәр барышында төбәк башлығы Фрунзе исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативында һәм райондың Балыҡлы ауылында урынлашҡан «Стрела» етештереү берекмәһендә булды.

Фрунзе исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы «500 ферма» программаһы буйынса яңыртылған. Республика бюджетынан 9,6 миллион һум күләмендә субсидия бүленгән. Яңыртылған ферма 2012 йыл аҙғында асылған.

Дәүләт программаһы сиктәрендә ауыл хужалығы предприятиеһында 314 баш эре малға иҫәпләнгән һөтсөлөк комплексында капиталь ремонт үткәрелгән, яңы заманса ҡорамалдар һатып алынған. Шулай уҡ реконструкция барышында һөттө һыуытыу ҡоролмаһы һәм башҡа ҡорамалдар урынлаштырлған.

Республика Президенты ферма коллективы менән арлашып, ауыл тормошо хаҡында һорашты, мәктәптең булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса, һауынсыларҙың уртаса эш хаҡы бында 8-11 мең һум тәшкил итә.

Рөстәм Хәмитов Фрунзе исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативының машина-трактор оҫтаханаһында булды, унда техниканы ҡарап сыҡты, сәсеүгә әҙерлек барышы тураһында һорашты.

Хужалыҡ етәксеһе Фәйрүз Ғәлиев хәбәр итеүенсә, сәсеү эштәренә әҙерлек тамамланған тиерлек. Ауыл хужалығы предприятиеһының үҙенең орлоҡтары бар, әлеге ваҡытта яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алына, барлыҡ техника ремонтланған.

Күптән түгел хужалыҡ яңы КамАЗ һатып алған. Республика бюджетынан бының өсөн 500 мең һум бүленгән. Республика башлығы билдәләүенсә, ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау артабан да дауам итәсәк.

Шулай уҡ район буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты «Стрела» етештереү берекмәһендә булды. Предприятие 2011 йылдың майында булдырылған. Ошо ваҡыттан алып бында йөҙ тоннаға яҡын продукция етештерелгән. Предприятиела яғыу-энергетика комплексы, нефть-газ һәм химия сәнәғәте өсөн бөгөлгән торбалар әҙерләнә. Әҙер продукция «Газпром», «Башкирэнерго», «Роснефть», «Уфанефтехим», «Новойл» предприятиеларына поставкалана.

«Стрела» етештереү берекмәһен ойоштороусы Наил Әйүпов хәбәр итеүенсә, артабан бында атом сәнәғәте өсөн продукция етештерә башлау планлаштырыла.