9 декабрь, Йома

22 апрель 2013 йыл, 10:36

Өфөлә үткән өмәлә 135 меңдән ашыу кеше ҡатнашты

автор: Галина Бахшиева

Территорияларҙы санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса быйыл беренсе тапҡыр үткәрелгән дөйөм ҡала өмәһендә 135 меңдән ашыу өфөлө ҡатнашы, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенән. Экологик акцияла торлаҡ эксплуатациялау участкалары, предприятие һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, урындағы халыҡ, дөйөм белем биреү учреждениелары, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары вәкилдәре ҡатнашты. Йәмғеһе 1133 берәмек техника йәлеп ителде. 13 мең квадрат метрға яҡын территория таҙартылды.

Ҡаланың ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны барлыҡ предприятие һәм ойошмаларҙан сүп-сарҙы бушлай ҡабул итте. Торлаҡ предприятиелары санитар айлыҡ дауамында полигон менән бушлай файҙалана ала. Бынан тыш, юлдарҙы ремонтлау, санкцияланмаған сүплектәрҙе бөтөрөү буйынса эштәр башҡарылды, ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртыу ойошторолдо.

темалар: өмәләр