9 декабрь, Йома

22 апрель 2013 йыл, 10:03

Рөстәм Хәмитов Германия Федератив Республикаһының Рәсәйҙәге илсеһе Ульрих Бранденбург менән осрашты

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Германия Федератив Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Ульрих Бранденбург менән осрашты.

Осрашыу башында Рөстәм Хәмитов республика менән Германия бизнесы араһында дуҫтарса мөнәсәбәттәр булдырылыуын, әммә һуңғы ваҡытта бәйләнештәрҙең бер аҙ насарайыуын билдәләне.

— Бәйләнештәрҙе тергеҙеп, яңыса эшләй башларға теләйбеҙ, — тине Президент.

Ул шулай уҡ Германия Федератив Республикаһы менән тура авиабәйләнеште яңыртыу кәрәклеге хаҡында әйтте.

— Германия бизнесы менән хеҙмәттәшлек итергә теләйбеҙ. Һеҙҙең бизнесмендар өсөн иң яҡшы шарттар булдырасаҡбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн Башҡортостанда Германияның ни бары ике компанияһы бар, 31 уртаҡ предприятие эшләй. Уларҙың һаны буйынса Башҡортостандың партнеры булған илдәр араһында Германия алтынсы урынды биләй. Минеңсә, Германия беренсе урында булырға тейеш.

Республика Президенты билдәләүенсә, төбәктә бизнес өсөн заманса, уңайлы ҡануниәт булдырылған. Инвесторҙар өсөн ҙур ғына ташламалар ҡаралған.

Хеҙмәттәшлек итеүҙең потенциаль йүнәлештәре араһында Президент машиналар эшләү, игенде тәрән эшкәртеү, малсылыҡ тармағы өсөн заманса мал аҙығы етештереү, биотехнологиялар һәм радиоэлектроника өлкәләрен атаны.

Ульрих Бранденбург Германия вәкилдәренең Башҡортостан менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, республикала немец компаниялары өсөн күп мөмкинлектәр бар.

Германия бизнесы вәкилдәре үҙҙәренең компаниялары менән таныштырҙы. Экология, энергетика, консалтинг, медицина, етештереү өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү буйынса тәҡдимдәр әйтеп ишеттерелде.

Ульрих Бранденбург билдәләүенсә, иҡтисад өлкәһендәге хеҙмәттәшлектән тыш, уны социаль өлкәләге бәйләнештәр ҙә ҡыҙҡһындыра. Германия Федератив Республикаһы илсеһе немец телен өйрәнгән студенттар, мәктәп уҡыусылары менән осрашыуы, уларҙың телде бик яҡшы белеүе хаҡында һөйләне.