Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктә «Берҙәмлек — Содружество» халыҡ-ара милли мәҙәниәт фестивале үтәсәк

Мәҙәниәт

7-12 июндә Башҡортостанда «Берҙәмлек — Содружество» халыҡ-ара фестивале үтә. Йыл һайын бәйгелә Рәсәйҙән генә түгел, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән дә башҡарыусылар ҡатнаша. Быйыл Латвия, Польша, Ангола, Һиндостан, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан һәм Төньяҡ Осетиянан ҡатнашыусылар килеүе көтөлә. Байрам Ишембай ҡалаһында тантаналы парад һәм концерт менән башланасаҡ.

Ғафури районында Һабантуй ойоштороласаҡ. Ҡунаҡтар өсөн урындағы ауыл халҡы менән әҙерләнгән «Сәсәкә ат, Республикам!» исемле композиция тәҡдим ителәсәк. Йола буйынса, ат сабышы, көрәш, төрлө уйындар һәм ярыштар үткәреләсәк.

Артабан халыҡ-ара фестиваль эстафетаһын Салауат ҡалаһы ҡабул итәсәк. Бында «Юрматы ере» мемориаль комплексы буйлап экскурсия ойоштороу планлаштырыла.

Фестиваль саралары — концерт, театрлаштырылған тамаша һәм байрам парады — шулай уҡ Күмертау ҡалаһында ойоштороласаҡ.

Халыҡ-ара кимәлдәге сара 12 июндә Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында гала-концерт һәм «Арыҫлан Мөбәрәков» теплоходында Ағиҙел йылғаһы буйлап экскурсия менән тамамлана.

Халыҡ ижадын, биҙәү-ғәмәли сәнғәтте популярлаштырыу; Башҡортостанда, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм йолалары менән таныштырыу; БДБ илдәрендә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә үткәрелгән яңы фестивалдәр, программалар, илдәрҙәге мәҙәни үҙәктәр тураһында мәғлүмәт уртаҡлашыу фестивалдең төп маҡсаттары булып тора.

Сараны ойоштороусылар булып РФ һәм БР Мәҙәниәт министрлыҡтары, Рәсәй Халыҡ ижады йорто, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ғафури, Ишембай райондары, Салауат, Күмертау һәм Өфө ҡалалары хакимиәттәре сығыш яһай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть