Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.00 ↑

EUR 66.79 ↓

22 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Республика Президенты: «Айыҡ ауыл» - әүҙем кешеләрҙең мәсьәләләрҙе һөҙөмтәле хәл итеү миҫалы»

Йәмғиәт

— «Айыҡ ауыл» республика конкурсында 41 райондан йөҙгә яҡын ауыл ҡатнашыуы, улар араһында башҡорт, рус, татар, сыуаш, удмурт, мари ауылдарының булыуы ҙур ҡыуаныс, — тине Башҡортостан Президенты, Урындағы үҙидара көнөнә ҡарата ойошторолған сарала сығыш яһап. – Еңеүселәр – Салауат районының Көҫәпәй ауылы, Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылы һәм Йылайыр районының Ишбулды ауылы 200-шәр мең һум аҡса алды.

Рөстәм Хәмитов урындарҙа реаль үҙидара ойоштороуҙоң әһәмиәтен билдәләне.

— Ошо һәм башҡа ауылдарҙа йәмәғәтселек эш башлағас, магазин кәштәләренән спиртлы эсемлектәр алынды, енәйәтселек кәмене, мәҙәни тормош йәнләнде, демографик хәл яҡшырҙы. Был — әүҙем кешеләрҙең үҙ проблемаларын үҙҙәре һөҙөмтәле хәл итеү миҫалы.

Республика етәксеһе һөйләүенсә, Башҡортостан территориаль йәмәғәт үҙидараһын үҫтереү йүнәлешендә, шул иҫәптән әле әҙерләнеп ятҡан Республика комплекслы программаһы сиктәрендә артабан да ныҡышмалы эшләйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть