10 декабрь, Шәмбе

19 апрель 2013 йыл, 15:56

Башҡорт дәүләт педагогия университетында яңы быуын уҡытыусылары әҙерләнә

автор: Эльмира Сабирова

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының йыйылма командаһы педагогик йүнәлештәге юғары уҡыу йорттары араһында үткәрелгән «Яңы быуын уҡытыусыһы» бөтә Рәсәй конкурсында беренсе урын яуланы. Бәйге Удмуртияның В.Г.Короленко исемендәге Глазов дәүләт педагогия институтында үтте. Шулай итеп, БДПУ тағы ла бер тапҡыр үҙенең юғары кимәлен иҫбатланы: уҡыу йортонда юғары квалификациялы педагогтар әҙерләнә.

Өфөнән тыш, конкурста Ҡазан, Елабуга, Яр Саллы, Тверь, Ырымбур, Пермь, Киров, Һамар, Пенза, Һарытау, Махачкала ҡалаларынан студенттар командалары ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр Башҡорт дәүләт педагогия университетының матбуғат үҙәгенән.

Конкурстың төп маҡсаты — студенттар араһында педагог һөнәрен популярлаштырыу, йәштәрҙе педагогик эшмәкәрлеккә йәлеп итеү, педагогик белем биреү үҙәктәрен интеграциялау.