6 декабрь, Шишәмбе

19 апрель 2013 йыл, 15:27

Рөстәм Хәмитов муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы [ВИДЕО]

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Быйыл, 21 апрелдә, Рәсәйҙә тәүгә Урындағы үҙидара көнө билдәләнә. Байрам алдынан Өфөлә республика муниципаль хеҙмәтенең иң яҡшы вәкилдәрен тәбрикләү тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

— Бөгөн беҙ власты децентрализациялау сәйәсәтен алып барабыҙ. Ҡарарҙар ҡабул итеү, йәшәү сифаты өсөн яуап биреү үҙәге урындағы кимәлгә күсә. Һәм был мөһим процеста урындағы үҙидараға ҙур әһәмиәт бирелә. Ул халыҡ власы принциптарын нығытыуға булышлыҡ иткән төп институтҡа әүерелергә тейеш, — тип мөрәжәғәт итте республика муниципалитеттары вәкилдәренә Башҡортостан Президенты.

Шул уҡ ваҡытта төбәк башлығы үҙгәрештәр индереүҙең еңел процесс булмауын билдәләне.

— Власть – ул аҡса һәм начальник креслоһы ғына түгел. Тәү сиратта, ул яуаплылыҡ та. Иң мөһиме – халыҡ алдына яуаплылыҡ тойоу, — тине Рөстәм Хәмитов. Уның һүҙҙәренсә, властың бурысы – граждандарға был тормошта үҙҙәрен табырға ярҙам итеү, әүҙемдәргә ҡамасауламау, көсһөҙҙәргә ярҙам күрһәтеү.

Башҡортостан Президенты Урындағы үҙидара көнөнөң барлыҡҡа килеү тарихын иҫкә төшөрҙө. 1785 йылдың был көнөндә Екатерина II тарафынан «Ҡалаларға хоҡуҡ грамотаһы» раҫланған. Әлеге Грамота Рәсәйҙә урындағы үҙидара тураһындағы ҡануниәткә нигеҙ һалған да инде.

Президент билдәләүенсә, урындағы үҙидара халыҡҡа иң яҡын торған власть кимәле генә түгел, ә халыҡ власының үҙе булырға тейеш. Урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә реаль вәкәләттәргә һәм ресурстарға эйә булырға тейеш.

Әлегә урындағы үҙидараның барлыҡ мөмкинлектәренән файҙаланабыҙ, иҡтисадты үҫтереү, муниципалитеттарҙа йәшәү сифатын яҡшыртыу алымдарын тулыһынса ҡулланабыҙ, тип әйтә алмайбыҙ, тине төбәк башлығы. Уның һүҙҙәренсә, бында бергәләп эш алып барырға кәрәк.

Бөгөнгө көндә республиканың урындағы үҙидара органдарында һигеҙ меңдән ашыу муниципаль хеҙмәткәр эшләй. Депутаттар корпусында туғыҙ меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Тиҫтәләгән мең кеше муниципаль учреждение һәм предприятиеларҙа эшләй.

Башҡортостан Президенты уңышлы эшләгән бер нисә етәксенең исемен атаны.  Улар иҫәбендә – Мәүҙиғә Баймөхәмәтова, Рәйсә Сатаева, Светлана Чугунова, Айрат Сәфиуллин, Рәмзиә Вәлиева, Наил Хәлиуллин. Иң яҡшы урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәренә Рөстәм Хәмитов республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.