Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

20 апрелдә Өфөлә тәүге яҙғы өмә үтә

Йәмғиәт

20 апрелдә Өфөлә территорияларҙы сүп-сарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса тәүге дөйөм ҡала өмәһе үтә.

Башҡортостан баш ҡалаһы алдында Май байрамдарына Өфө территорияһын тейешле хәлгә килтереү бурысы тора. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, үҙәк урамдарҙың торошон ҡәнәғәтләндерерлек тип иҫәпләргә булһа, ихаталарҙа, шулай уҡ магазиндарға, ойошмаларға һәм социаль объекттарға ҡараған территорияларҙа ҙур эштәр башҡарырға кәрәк.

Өфө мэрияһында билдәләүҙәренсә, ҡала хеҙмәттәре һәм район хакимиәттәре өмәлә ҡатнашыусыларҙы кәрәкле инвентарь һәм сүп-сарҙы сығарып түгеү өсөн машиналар менән тьмин итергә тейеш.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡаланың ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны өмә көндәрендә барлыҡ предприятие һәм ойошмаларҙан сүп-сарҙы бушлай ҡабул итәсәк. Торлаҡ предприятиелары сүп-сарҙы Өфөлә 20 майға тиклем дауам итәсәк айлыҡ барышында бушлай тапшыра ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть