7 декабрь, Шаршамбы

19 апрель 2013 йыл, 13:02

Павел Астахов БР Балалар йәмәғәт хоҡуҡ палатаһы ағзалары менән осрашты

автор: Эльмира Сабирова | фото: Юрий Гребнев

РФ Президенты янындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов БР ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты ҡарамағында булдырылған Башҡортостан социаль технологиялар институтының Ресурстар ғилми-белем биреү үҙәге янындағы Балалар йәмәғәт хоҡуҡ палатаһында булды.

Павел Астахов билдәләүенсә, Балалар йәмәғәт хоҡуҡ палатаһын булдырыу идеяһын ул өс йыл элек тәҡдим иткән. Башҡортостанда был йүнәлештең тормошҡа ашырылыуы ҡыуаныслы хәл.

Балалар палатаһы рәйесе Богдан Краснов һөйләүенсә, Палата закондар сығарыу, проектлау эшмәкәрлеге, йәмәғәтселек менән бәйләнештәр һәм мәғлүмәти үҫеш, халыҡ-ара эшмәкәрлек буйынса дүрт комиссиянан тора.  

Алдағы ваҡытта Балалар йәмәғәт палата ағзалары Бөрйән районында «Башҡортостандың тәбиғәтен һаҡлап ҡалайыҡ» экологик акция үткәрергә планлаштыра.

Осрашыу һуңында Павел Астахов балаларға әүҙемлек күрһәткәндәре өсөн рәхмәт әйтте һәм балалар үҙидараһының үҫеш тенденцияһын, уны тиҙләтеү кәрәклеген билдәләне.