8 декабрь, Кесе йома

19 апрель 2013 йыл, 12:22

Өфөлә «Аҡ һыуһар» эстрада йырҙары конкурсы үтәсәк

автор: Алик Шакиров

10-11 июндә Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында VII «Аҡ һыуһар» төбәк-ара эстрада йырҙары конкурсы үтә. Бәйгене ойоштороусылар булып БР Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идарлығы, Ҡала мәҙәниәт һарайы сығыш яһай. Йәш вокалсыларға Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, телевидение һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре баһа бирәсәк.

Конкурста еңеүселәрҙе бүләктәр һәм аҡсалата приздрар көтә. Гран-при яулаусы абруйлы конкурста ҡатнашыу мөмкинлеге аласаҡ. Бәйгенең Гала-концерты 12 июндә – Ҡала көнөндә В.И.Ленин майҙанында үтә, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идарлығынан.

Конкурс шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт Идаралыҡ сайтында урынлаштырылған.