5 декабрь, Дүшәмбе

19 апрель 2013 йыл, 9:46

Илдар Абдразаҡов «Алтын битлек» премияһына лайыҡ булды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Илдар Абдразаҡов 2011-2012 миҙгелдә «Опера/Ир-егет роле» номинацияһында «Алтын битлек» милли театр премияһына лайыҡ булды.

Бындай абруйлы наградаға Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаусы, әлеге ваҡытта Мариинка театры солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ж.Оффенбахтың «Гофман әкиәттәре» операһында (режиссеры – Василий Бархатов) Линдорф, Коппелиус, Доктор Миракль, Дапертутто ролдәрен башҡарғаны өсөн лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Наградлау тантанаһы Мәскәүҙә К.С.Станиславский һәм В.И.Немирович-Данченко исемендәге Музыка театры сәхнәһендә үтте.

«Алтын битлек» милли театр премияһы 1994 йылда РФ Театр хеҙмәткәрҙәре союзы менән булдырылған һәм театр сәнғәтенең төрлө жанрҙағы спектаклдәренә тапшырыла. Шулай уҡ һәр яҙ һайын «Алтын битлек» Рәсәй театр фестивале үткәрелә, унда Рәсәй ҡалаларынан иң яҡшы спектаклдәр тәҡдим ителә.

Фестивалдә ҡатнашыу өсөн спектаклдәрҙе һәм «Алтын битлек» премияһына дәғүәселәрҙе эксперттар советы һайлап ала. Уның составына театр тәнҡитселәре инә. Жюри составында билдәле актерҙар, режиссерҙар, дирижерҙар, хореографтар, театр рәссамдары эшләй.