5 декабрь, Дүшәмбе

18 апрель 2013 йыл, 16:13

Павел Астахов бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең VII съезына йомғаҡ яһаны

автор: Эльмира Сабирова

Өфөлә РФ субъекттарында бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең VII съезы үҙ эшен тамамлай. Уның сиктәрендә аҙаҡҡы сара – уҡытыу семинары ойошторолдо. Быйыл ул опека һәм попечителлек органдары белгестәре өсөн үткәрелде.

— Улар – балаларға, ғаиләгә, уларҙың проблемаларына иң яҡын торған кешеләр, — тине РФ Президенты янындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов. – Улар беренселәрҙән булып ошо проблемаларҙы хәл итергә тотона. Әммә йыш ҡына был хеҙмәткә ҡарата дәғүәләр ҙә ишетелә. Әлеге семинар опека органдары белгестәренең белемен арттырыу маҡсатында ойошторола. Минең өсөн опека һәм попечителлек органдары эшмәкәрлегенең төп һөҙөмтәһе – ул ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ғаиләһенән тартып алынған баланы туғандары янына кире ҡайтарыу, етем балаларҙы яңы ғаиләләргә урынлаштырыу. Был — эшмәкәрлектең сифатын күрһәткән критерийҙар.

Павел Астахов хәбәр итеүенсә, һуңғы бер йыл эсендә генә 16 меңдән ашыу етем бала һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 50 меңгә яҡын бала асыҡланған.

Шул уҡ ваҡытта ыңғай динамика ла күҙәтелә. Йыл һайын асыҡланған етем балалар һаны – 40 процентҡа, етем балалар өсөн учреждениелар һаны 24 процентҡа кәмегән. Шулай уҡ балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр һаны – 35 процентҡа, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар тураһындағы мәғлүмәттәр буйынса дәүләт банкында иҫәптә торған балалар һаны 30,4 процентҡа кәмегән. Сит илдәрҙә йәшәгән ғаиләләргә уллыҡҡа бирелгән сабыйҙар һаны яҡынса 64 процентҡа кәмегән.

Шулай ҙа, Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил билдәләүенсә, Рәсәйҙә етемдәр һаны үтә күп. Йыл башына ҡарата ул 83,3 меңгә еткән.

Форум йомғаҡтары турһында һүҙ йөрөтөп, Павел Астахов бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең профессиональ кимәле артыуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәр институты балалар һәм ғаилә эштәре буйынса федераль кимәлдә эшләп килгән 19 ведомствоны берләштереп тора.

Быйыл барлыҡ фекер алышыу майҙансыҡтары Республика клиник психотерапия үҙәгендә, Республика балалар клиник дауаханаһында, «Мәрхәмәт» хәйриә фондының Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҫеш үҙәгендә һәм махсуслаштырылған Сабый йортонда үткәрелде.

— Был майҙандарҙа РФ субъекттарында бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәр балалар һаулығын һаҡлау өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе, медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендә бала хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу буйынса тәжрибә уртаҡлашты, — тине Павел Астахов.

Уның һүҙҙәренсә, әйтеп ишеттерелгән барлыҡ тәҡдимдәр, башланғыстар һәм иҫкәрмәләр съезд резолюцияһына индереләсәк һәм балалар сәләмәтлеген һаҡлау өлкәһендәге закондарҙы камиллаштырыу буйынса эшмәкәрлектә мотлаҡ ҡулланыласаҡ. Бынан тыш, улар Рәсәй Президентына махсус докладтар әҙерләнгәндә иҫәпкә алынасаҡ.