Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә дәүләткә ҡарамаған милек формаһындағы предприятиелар 800-ҙән ашыу вакансия тәҡдим итте

Иҡтисад

Өфөлә 18 апрелдә үткән вакансиялар йәрминкәһендә дәүләткә ҡарамаған милек формаһындағы предприятиелар эш эҙләүселәргә 800-ҙән ашыу буш эш урыны тәҡдим итте. Сараны ойоштороусы булып Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге сығыш яһаны.

— Йәрминкәлә сәнәғәт, сауҙа, төҙөлөш, дөйөм туҡланыу һәм мәғариф өлкәләрендәге 29 предприятие һәм ойошма ҡатнашты. Тәҡдим ителгән хеҙмәт хаҡы кимәле 8 мең һумдан алып 20 меңгә тиклем тәшкил итте, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфө ҡалаһы Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең бүлек начальнигы Ирина Турчина. – Сараға 450 кеше килде, уларҙың 125-е эш тәҡдим итеүселәр менән әңгәмәләшеүҙә ҡатнашты. 70-тән ашыу кеше эшкә саҡырыу алды.

Йәнә 125 кандидатураны йәрминкәлә ҡатнашыусы предприятиелар Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең мәғлүмәт базаһынан һайлап алды.

Сираттаға вакансиялар йәрминкәһе Башҡортостан баш ҡалаһында 25 апрелдә үтә, унда буш эш урындарын һаҡ предприятиелары тәҡдим итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть