4 декабрь, Йәкшәмбе

18 апрель 2013 йыл, 13:04

Төбәктә яҙғы сәсеүгә 28,6 мең тонна элиталы орлоҡ әҙерләнгән

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан аграрийҙары яҙғы сәсеүгә иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары орлоғон һатып алыуҙы дауам итә.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көнгә республика хужалыҡтары 28,6 мең тонна элиталы орлоҡ әҙерләгән, планға ҡарата был 65 процент тәшкил итә.

Төбәктең 17 районы орлоҡ һатып алыу буйынса планды тулыһынса үтәгән. Шул уҡ ваҡытта уларҙың 13-ө планды арттырып үтәгән. Мәҫәлән, Илеш районы аграрийҙары планға ҡарата — ике тапҡырға күберәк, Дүртөйлө районы игенселәре бер ярым тапҡырға күберәк элиталы орлоҡ әҙерләгән.