3 декабрь, Шәмбе

18 апрель 2013 йыл, 11:21

Башҡортостан парламентарийҙары Андрей Назаровты республика прокуроры итеп тәғәйенләүгә ризалығын бирҙе

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан депутаттары Рәсәй Федерацияһының Генераль прокурорына Андрей Назаровты Башҡортостан Республикаһы прокуроры итеп тәғәйенләүгә ризалығын бирҙе. Кандидатты депутаттар менән Рәсәйҙең Генераль прокуроры урынбаҫары Сергей Зайцев таныштырҙы.

Андрей Назаров кандидатураһын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хупларға тәҡдим итте. Республика етәксеһе билдәләүенсә, бөгөн Башҡортостан власы тәү сиратта халыҡ мәнфәғәттәренән сығып эш итә. Ул асыҡ, ғәҙел һәм коррупциянан азат була башланы. Шул уҡ ваҡытта прокуратура органдарының роле мөһим.

— Һуңғы йылдарҙа республикала прокуратураның һөҙөмтәле эшләүен ойоштороу өсөн күп эштәр башҡарылды. Ҡала һәм райондарҙа прокурорҙар өсөн уңайлы шарттар булдырыу мәсьәләләре тиҙ хәл ителә. Дәүләт власы органдары артабан да прокуратураға яуаплы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәк, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында сығыш яһап.

— Андрей Назаров үҙенең профессиональ, эшлекле сифаттары менән Башҡортостан Республикаһы прокуроры вазифаһына тәғәйенләүгә лайыҡ, тип иҫәпләйем. Рәсәй Федерацияһы Генераль прокурорының Башҡортостан Республикаһы прокуроры итеп Назаров Андрей Ивановичты тәғәйенләү тураһындағы тәҡдимен хупларға тәҡдим итәм, — тине Башҡортостан Президенты.

Республика Прокуратураһының элекке етәксеһе Сергей Хуртин 2013 йылдың 11 апрелендә Ульяновск өлкәһе прокуроры итеп тәғәйенләнде. Ул Башҡортостан прокуроры вазифаһын 2005 йылдан алып 2013 йылға тиклем башҡарҙы. Башҡортостан Президенты Сергей Хуртинға республикала күрһәткән оло хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланы.