7 декабрь, Шаршамбы

18 апрель 2013 йыл, 10:39

Өфөлә республика парламентының пленар ултырышы асылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөгөн, 18 апрелдә, Башҡортостан парламентарийҙары пленар ултырыш үткәрә. Унда республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнаша. Көн тәртибендә Башҡортостан Республикаһы прокуроры итеп Андрей Назаровты тәғәйенләүгә Рәсәй Федерацияһының Генераль прокурорына ризалыҡ биреү ҡаралған.

Депутаттарға Эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкилдең 2012 йылда Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының законлы мәнфәғәттәрен үтәү тураһында доклады, шулай уҡ Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын үтәү тураһында доклады тәҡдим ителәсәк.

Артабан депутаттар егерме дүрт республика закон проектын тикшерәсәк, уларҙың һигеҙе аҙаҡҡы уҡыуҙа тикшереүгә тәҡдим ителгән.

Тәүге уҡыуҙа 14 закон проекты тәҡдим ителәсәк. Пленар ултырышта Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фонды бюджетына үҙгәрештәр индереү буйынса һорау ҡараласаҡ.

Шулай уҡ ултырышта «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай регламентына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы тураһындағы Положениеға үҙгәрештәр индереү хаҡында» ҡарар проекттары һәм башҡа һорауҙар тикшереләсәк.