10 декабрь, Шәмбе

18 апрель 2013 йыл, 10:12

Башҡортостан делегацияһы Рәсәй Журналистар союзының X съезында ҡатнаша

автор: Евгения Сюткина

Мәскәүҙә, Союздар йортоноң Колонналы залында, Рәсәй Журналистар союзының Х съезы асылды. Башҡортостан исеменән сарала БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков етәкселегендә ун кешенән торған делегация ҡатнаша. Уның составында төбәктең алдынғы баҫмалары директорҙары һәм баш мөхәррирҙәре бар. Делегаттар 18-19 апрелдә эшләйәсәк. Съездың беренсе көнөндә Рәсәй Журналистар союзы рәйесе һәм секретариаты, контроль һәм мандат комиссиялары отчет менән сығыш яһаясаҡ, докладтар буйынса фекер алышыу ойоштороласаҡ. Сараның икенсе көнөндә РФ Журналистар союзы рәйесе Всеволод Богданов «2013-2018 йылдарға Рәсәй Журналистар союзы эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре» темаһы буйынса сығыш яһаясаҡ, Союз рәйесе һайланасаҡ, Союздың Федератив Советы составы формалаштырыласаҡ, Рәсәй Журналистар союзының Ҙур Жюрийы рәйестәштәре һәм Контроль комиссияһы һайланасаҡ.