Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала яҙғы баҫыу эштәре башланды

Иҡтисад

Республикала яҙғы баҫыу эштәре башланды – аграрийҙар ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландыра башланы.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көнгә ужым культуралары – 800 гектар майҙанда, күп йыллыҡ үләндәр 300 гектар майҙанда туҡландырылған.

Был эшкә тәүгеләрҙән булып Күгәрсен, Көйөргәҙе һәм Ишембай райондары хужалыҡтары тотонған, әлеге райондарҙа шул тәртиптә 500, 200 һәм 100 гектар майҙанда ужым культуралары туҡландырылған.

Төбәктең Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыу буйынса эштәр әлегә тик Илеш районында башланған. Унда эштәр 300 гектар майҙанда башҡарылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть