5 декабрь, Дүшәмбе

18 апрель 2013 йыл, 9:27

Башҡорт дәүләт университетында һөнәри йүнәлеш буйынса тест үтергә мөмкин

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт университеты «Һөнәри йүнәлеш биреү» методикаһы буйынса тест үткәрә. Унда 8-11 класс уҡыусылары, беренсе-икенсе курс студенттары, юғары уҡыу йортон тамамлаусылар һәм 30 йәшкә тиклемге белгестәр ҡатнаша ала. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса белгестәр консультация бирәсәк, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән.

Бындай сара мәктәп уҡыусыларына һәм студенттарға уҡыу йортон, факультетты, белгеслекте дөрөҫ һайларға мөмкинлек бирәсәк, тип иҫәпләй ойоштороусылар. Йәштәргә үҙ һәләттәреңде үҫтереү, көслө яҡтарыңды асыҡлау тураһында һөйләйәсәктәр.

Юғары уҡыу йортон тамамлаусыларға һәм йәш белгестәргә карьера төҙөү, профессиональ йәһәттән үҫешеү өсөн кәрәк булған һәләттәрҙе асыҡлау һәм үҫтереү тураһында һөйләйәсәктәр. Тест үтеү өсөн 1-1,5 сәғәт кәрәк, һөнәри консультация 30 минут дауам итә. Хаҡы – 300 һум.

Тест үтеү өсөн (347) 273-67-08 телефоны буйынса йәки Юғары уҡыу йортон тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү үҙәгендә (БДУ-ның төп корпусы, 21-се бүлмә) алдан яҙылыу мотлаҡ.