Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Константин Толкачев «Китаптар - балаларға» акцияһында ҡатнашты

Йәмғиәт

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев «Китаптар — балаларға» акцияһында ҡатнашты. Башҡортостан парламенты спикеры шәхси китапханаһынан ойоштороусыларға утыҙҙан ашыу китап тапшырҙы.

Улар араһында хәҙерге матур әҙәбиәт, донъя, Рәсәй һәм Башҡортостан классиктырының әҫәрҙәре, илебеҙ һәм республикабыҙ тарихы буйынса китаптар һәм башҡа баҫмалар бар. Константин Толкачев фекеренсә, китап уҡырға яратыу ғүмер буйына һаҡланасаҡ белем, эрудиция һәм белемгә ынтылыш нигеҙе булып тора.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Китаптар — балаларға» проектының төп бурысы – балалар йорттарының, интернаттарҙың, дауаханаларҙың һәм ауыл мәктәптәренең китапханаларын тулыландырыу. Телгән һәр кеше Дәүләт Йыйылышы китапханаһына төрлө китаптар килтереп, акцияла ҡатнаша ала. Баҫмалар акцияны ойоштороусыларға — «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһенә тапшырыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть