3 декабрь, Шәмбе

17 апрель 2013 йыл, 16:55

Балалар церебраль фалижы менән сирле һигеҙ йәшлек Евгений Насыровҡа ярҙам кәрәк

автор: Эльмира Сабирова

Өфөлө Евгений Насыровҡа ярҙам кәрәк. Һигеҙ йәшен тултырған малай һөйләшмәй, атламай, хатта үҙ аллы ултыра ла алмай. Ул балалар церебраль фалижы менән сирләй.

Малайҙың әсәһе Дарья Насырова һүҙҙәренсә, бындай диагноз сабыйға дүрт айында ҡуйылған. Шул ваҡыттан алып ул бер үҙе Женяның һаулығы өсөн көрәшә. Ғаилә башлығы, ауырлыҡтарҙан ҡурҡып, ҡатынды ике балаһы менән яңғыҙын ҡалдырған.

— Женяға Силәбе медицина үҙәгендә ярҙам итергә әҙерҙәр, әммә быға ҙур аҡса кәрәк, — тине Дарья Насырова. – Туҡланыуҙы һәм учреждениела йәшәүҙе иҫәпкә алмайынса, бер ай реабилитация үтеү 180 мең һум тора. Бындай аҡса миндә юҡ.

Ҡаты сир менән яфаланған балаға ярҙам итергә теләүселәр уның әсәһе менән 89273420870 телефоны йәки Бәйләнештә социаль селтәренең махсус төркөмө аша бәйләнешкә сыға ала.