11 декабрь, Йәкшәмбе

17 апрель 2013 йыл, 16:21

Республикала «Беҙҙең яратҡан табип» интернет-конкурсы үтәсәк

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда 22 апрелдән балалар табиптары араһында «Беҙҙең яратҡан табип» интернет-конкурсы старт ала. Был проект Санкт-Петербургта һәм Татарстанда үткәрелгән дә инде. «Башинформ» агентлығында ошо айҡанлы матбуғат конференцияһы ойошторолдо. «Бөгөн республикала 1658 балалар табибы – 1504 педиатр һәм 154 неонатолог эшләй. Был өлкәлә белгестәр дефициты күҙәтелә. Шулай итеп, республикала неонатологтар менән тәьмин ителеш ни бары 40 процент тәшкил итә», — тип хәбәр итте БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәлиҙә Шакирова.

Конкурста бөтә республиканан 800-ҙән ашыу бала табибы ҡатнашасаҡ. Проект етәксеһе Дмитрий Ченцов хәбәр итеүенсә, «Беҙҙең яратҡан табип» порталында теркәлеп, ата-әсәләр һәм бәләкәй пациенттар табиптарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә ала. Балаларға һүрәттәр ярҙамында тауыш биреү тәҡдим ителә. Уларҙы электрон почта аша ебәрергә мөмкин.

Еңеүселәр (йәмғеһе 70 табип) 1 июндә, Балаларҙы яҡлау көнөндә, тәбрикләнәсәк. Сайт 22 апрелдән 22 майға тиклем эшләйәсәк.