8 декабрь, Кесе йома

17 апрель 2013 йыл, 15:47

Рәсәйҙә Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылының эмблемаһы раҫланды

автор: Галина Бахшиева

Рәсәйҙә Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылының эмблемаһы раҫланды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылдың ғинуар аҙағында илдең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы Рәсәй Федерацияһында Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылының эмблемаһын булдырыуға конкурс иғлан иткәйне. Бәйгелә бөтә төр милек формаһындағы бер нисә йөҙ предприятие һәм ойошма, шулай уҡ физик шәхестәр ҡатнашты.

Һөҙөмтәлә бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе тип Владимир өлкәһенең Муром ҡалаһынан Денис Ежов танылды. Уның һүҙҙәренсә, эмблема берҙәмлекте аңлата. Илдәге экологик хәлде үҙгәртеү өсөн, Рәсәйҙең барлыҡ халҡына берләшергә кәрәк. Шулай уҡ, еңеүсе фекеренсә, экология проблемалары менән көрәштә Ерҙәге һәр кеше ҡатнашырға тейеш. Эмблемала Рәсәй Федерацияһының флагында булған өс төҫ, шулай уҡ тәбиғәтте һәм тормоштоң барлыҡҡа килеүен символлаштырған йәшел төҫ ҡулланылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда үткәрелгән шундай уҡ конкурста республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, «Башҡортостан» гәзитенең художество мөхәррире Нәсих Хәлисовтың эше иң яҡшыһы тип табылды. Эмблемала күккә ынтылған аҡ бөркөт төшөрөлгән.