9 декабрь, Йома

17 апрель 2013 йыл, 12:08

БЮТ телеканалы фильмы Лас-Вегаста абруйлы наградаға лайыҡ булды

автор: Эльмира Сабирова

Режиссер Гөлназ Ғәлимуллинаның «Күл янындағы йорт» («Дом у озера») документаль фильмы Нью-Йорк фестивалендә еңеү яулаған биш проект иҫәбенә инде. Наградлау тантанаһы көн элгәре Лас-Вегаста үтте.

Фильм Боден күле өҫтөндә 2002 йылдың июлендә булған фажиғәле ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Ул Башҡортостанда һәм Германияла төшөрөлгән.

Телеканалдың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурсҡа АҠШ, Ҡытай, Австралия, Бразилия, Франциянан — йәмғеһе 50 илдән 10 меңдән ашыу эш ебәрелгән. Шулай уҡ бәйгелә Рәсәй телеканалдары – НТВ һәм Russia Today журналистары ҡатнашҡан.

Халыҡ-ара фестиваль жюрийы фекеренсә, Башҡортостан режиссерының эше — көслө, эмоциональ һәм юғары профессиональ кимәлдә башҡарылған.

Шуны ла билдәләп үтәйек, Нью-Йорк фестивале – радио, телевидение һәм реклама өлкәһендәге тәүге халыҡ-ара конкурстарҙың береһе. Ул 1957 йылдан алып үткәрелә.