9 декабрь, Йома

17 апрель 2013 йыл, 10:47

Башҡортостандың инвестиция проектары «Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары-2013» форумында тәҡдим ителәсәк

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан IV «Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары-2013» инвестицион форумында ҡатнашыуға әҙерләнә. Сара июндә Шадринск ҡалаһында үтә. Республиканың инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһе Ҡурған өлкәһенең Шадринск ҡалаһында үткән урындағы бизнес-берләшмәнең Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге рәсми вәкиле Амур Хәбибуллин менән осрашыуында тикшерелде.

Осрашыу барышында ике төбәк араһында сауҙа-иҡтисади һәм инвестицион хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде. Яҡтар шулай уҡ ауыр машиналар эшләү, электроника, металлургия, туризм, яңы технологиялар өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләшеп килеште.

Инвестицион форумда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм ҡалаларынан бизнес һәм сәнәғәт вәкилдәре, шулай уҡ илдең профессиональ уҡыу йорттары, йәштәр һәм йәмәғәт ойошмалары ағзалары ҡатнашасаҡ. Рәсәй төбәктәренең мөмкинлектәрен туплап, уларҙы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә һәм бәләкәй ҡалаларҙы үҫтереүҙә файҙаланыуға булышлыҡ итеү форумдың төп маҡсаты булып тора.

Шулай уҡ сара сиктәрендә Шадринск ҡалаһында тәүгә «Башҡорт киноһы төнө» ойоштороласаҡ, унда төрлө йылдарҙа төшөрөлгән фильмдар күрһәтеләсәк.