5 декабрь, Дүшәмбе

17 апрель 2013 йыл, 9:43

Баш ҡалала «Кеше. Юлдар. Ҡала» төбәк-ара конференцияһы үтәсәк

автор: Розалия Вәлиева

«Кеше. Юлдар. Ҡала» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетында 24 апрелдә үтә. Был хаҡта БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтында хәбәр ителә.

Конференцияла транспорт инфраструктураһы, интеллектуаль транспорт системалары, инновацион эшләнмәләр һәм уларҙы хәүефһеҙ юл хәрәкәтен ойоштороу системаһына индереү юлдары, шулай уҡ транспорт хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың именлеген тәьмин итеү технологиялары, юлдарҙың сифатлы һәм хәүефһеҙ булыуына төп талаптар, ҡаланың транспорт инфраструктураһын үҫтереүҙә алдан күҙаллау һәм планлаштырыу механизмдары тураһында фекер алышыу планлаштырыла.