4 декабрь, Йәкшәмбе

17 апрель 2013 йыл, 9:27

Өфө тормошо тураһындағы иң яҡшы мәҡәлә өсөн мэрия «Алтын шөрөп» тапшырасаҡ

автор: Эльвира Латипова

Журналистика өлкәһендәге «Медиапрофи» республика премияһы сиктәрендә Өфө хакимиәте «Алтын шөрөп» исемле махсус награда булдырҙы, тип хәбәр иттеләр мэрияның матбуғат хеҙмәтенән.

«Алтын шөрөп» Өфө һәм өфөлөләр, ҡаланың проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдары, баш ҡаланың үткәне һәм уны үҫтереү мөмкинлектәре тураһындағы иң ҡыҙыҡлы, бәхәсле, үткер материал өсөн тапшырыласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылғы «Медиапрофи» премияһы «Хеҙмәт кешеһе» темаһына арнала. Ойоштороусылар фекеренсә, әлеге премия квалификациялы хеҙмәткәрҙәргә ҡағылышлы проблемаларҙы хәл итеү юлдарын табырға ярҙам итәсәк.