Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктең агросәнәғәт комплексы предприятиелары 15,9 миллиард һумға продукция етештергән

Иҡтисад

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы предприятиелары 2013 йылдың тәүге өс айында 15,9 миллиард һум суммаға продукция етештергән.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сумманың 98 проценты, йәғни 15,6 миллиард һум — малсылыҡ тармағына, ҡалған ике проценты, йәғни 282,7 миллион һум үҫемлекселек тармағына тура килә.

Ағымдағы йылдың ғинуар-март айҙарында республиканың ауыл хужалығы предприятиелары 4,8 миллиард һум суммаға продукция етештергән. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына – 781,3 миллион һум, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға 10,4 миллиард һум тура килә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть