10 декабрь, Шәмбе

16 апрель 2013 йыл, 16:11

Өфөлә 17 апрелдә балет сәнғәте байрамы асыла

автор: Ольга Мортазина

17 апрелдә Өфөлә Рудольф Нуриев исемендәге XIX Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале асыла. Аҙна дауамында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры саҡырылған солистар ҡатнашлығында классик һәм хәҙерге заман спектаклдәрен тәҡдим итәсәк. Фестиваль Р.Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһы уҡыусыларының концерты менән асыласаҡ.

18-19 апрелдә театр сәхнәһендә Италия ҡунаҡтары – Лилиан Кози һәм Маринель Стефанеску труппаһы сығыш яһаясаҡ.

20 апрелдә Өфө тамашасылары өсөн Людвиг Минкустың «Баядерка» балеты тәҡдим ителәсәк.

21 апрелдә ике ваҡиға көтөлә: «Мәскәү» рус камера балеты солистары бер актлы «Эдит Пиаф: Бер нигә лә үкенмәйем...» балетын күрһәтәсәк һәм Өфөлә үткәрелгән халыҡ-ара конкурстар лауреаттарының гала-концерты ойоштороласаҡ.

22 апрелдә – Людвиг Минкустың «Дон Кихот» балеты, 23 апрелдә Адольф Адандың «Жизель» балеты тәҡдим ителәсәк. Фестиваль 24 апрелдә гала-концерт менән тамамлана.

Саҡырылған солистар ҡатнашлығындағы спектаклдәргә билеттар – 200-2000 һум, һуңғы тамашаға 500-4000 һум тора.