8 декабрь, Кесе йома

16 апрель 2013 йыл, 15:42

Башҡорт Википедияһы һигеҙ йыллығын билдәләй

автор: Әлим Фәйезов

2005 йылдың 16 апрелендә виртуаль энциклопедияла билдәһеҙ автор башҡорт телендә «Башҡортостан» исемле тәүге мәҡәлә яҙып ҡалдырған. Хәҙер был көн Башҡорт Википедияһының тыуған көнө тип иҫәпләнә. Һигеҙ йыл дауамында ул үҙенең булмышын иҫбатланы һәм артабан үҫеүен дауам итә. Әлеге ваҡытта Википедияның башҡорт бүлегендә 30 меңдән ашыу мәҡәлә иҫәпләнә, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев. Теркәлгән ҡатнашыусылар һаны һигеҙ меңгә етте, ай һайын 65-тән ашыу ирекмән булған мәҡәләләрҙе тулыландырып, яңыларын яҙып тора. Аҡһаҡал Саған мәғлүмәттәрҙе айырым темалар буйынса порталдарға туплай. Ҙур тәжрибәһе булған ҡулланыусы Assele математика темаһына яҙылған мәҡәләләрҙе тәржемә итә. Ирекмәндәр эшмкәрлегенә яңы ҡушылған YANBEK 8 апрелдә «Салауат Юлаев хоккей клубы» исемле күләмле мәҡәлә яҙҙы. Ayratayrat исемле ҡатнашыусы Рәсәйҙең ҙур предприятиелары тураһында мәҡәләләр әҙерләй, Марат88 һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостан ауылдарына арналған мәҡәләләрҙе  тулыландыра. Ирекмәндәр шулай уҡ башҡорт телендә Викикитапхана, Викиһүҙлек, Викиөҙөмтә проекттарын әҙерләй башланы. Гүзәл Ситдыҡова Викикитапханала Ҡөръән сүрәләренең башҡорт телендәге тәфсирҙәрен урынлаштыра, Гүзәл Кәрим Викиөҙөмтәлә «Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре» бүлеген тулыландыра һәм Викикитапханала балалар өсөн әҫәрҙәр урынлаштыра. Башҡорт Википедияһында ҡатнашыусылар исемлеген артабан да дауам итергә мөмкин.

— Википедияның башҡорт бүлеген төҙөүҙә ирекмәндәр ниндәйҙер маҡтау йәки башҡа төрлө файҙа эҙләп түгел, ә йөрәк ҡушыу буйынса ҡатнаша. Башҡорт Википедияһының тыуған көнөндә барлыҡ ирекмәндәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәтен баһалап, уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм һәм артабанғы ижади уңыштар теләйем, — тип мөрәжәғәт итте хеҙмәттәштәренә Рөстәм Нурыев.