11 декабрь, Йәкшәмбе

16 апрель 2013 йыл, 14:54

Башҡортостанда радиоэлектроника комплексын үҫтереү буйынса маҡсатлы программа әҙерләнә

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов төбәктең Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығына 8 майҙан да ҡалмай БР Хөкүмәтенә тикшереүгә 2013-2020 йылдарға «Башҡортостан Республикаһының радиоэлектроника комплексын үҫтереү» республика маҡсатлы программаһы проектын тәҡдим итергә ҡушты.

Республика Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, бөгөнгө көнгә программаның концепцияһы раҫланған. Башҡортостандың радиоэлектроника комплексын формалаштырыу һәм үҫтереү буйынса хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ағымдағы йылдың 8 февралендә ҡул ҡуйылғайны.

Комплекстың төп бурысы – телекоммуникация ҡорамалдары, элемтә аппаратураһы, радиоэлектроника ҡорамалдары, микроэлектрон компоненттар етештереүсе предприятиеларҙы берләштереү.

Радиоэлектроника кластерында ҡатнашыусылар — «Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе», «Өфө агрегат производство берекмәһе» акционерҙар йәмғиәттәре, «Молния» Өфө фәнни-производство предприятиеһы, «Солитон» фәнни-тикшеренеү институты, Өфө «Промсвязь» заводы, «Полигон» фәнни-производство предприятиеһы, «БЭТО», «Прогресс» Башҡортостан производство берекмәһе, «Магнетрон» Өфө микроэлектроника заводы, «ЧИП» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Өфө дәүләт авиация техник университеты, «Башҡортостан» технопаркы.