6 декабрь, Шишәмбе

16 апрель 2013 йыл, 10:54

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һаңғырауҙар араһында хоккей буйынса йыйылма командаһына ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һаңғырауҙар араһында хоккей буйынса йыйылма командаһы спортсыларына һәм тренерҙарына ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Президент спортсыларҙы ишетеү һәләте буйынса инвалид спортсылар араһында шайбалы хоккей буйынса II донъя чемпионатында еңеү яулауҙары менән ҡотланы. Телеграммала түбәндәге һүҙҙәр бар:

«Башҡортостан хоккейсыларының Рәсәй йыйылма командаһы составында спорт буйынса һәләттәрен күрһәтә алыуына сикһеҙ шатбыҙ, тренерҙарҙың хеҙмәте менән берлектә был лайыҡлы һөҙөмтәгә килтерҙе. Һеҙҙең ихтыяр көсөгөҙ, ҡыйыулығығыҙ һәм командала уйнау һәләтегеҙ Рәсәй көйәрмәндәренә онотолмаҫлыҡ ғорурлыҡ минуттары бүләк итте, беҙҙең паралимпия спортын яңы кимәлгә күтәрҙе. Киләсәктә лә спортыбыҙҙың еңеү йолаларын дауам итерһегеҙ, тип ышанам. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм яңы еңеүҙәр теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов».