3 декабрь, Шәмбе

16 апрель 2013 йыл, 9:56

Башҡортостанда йәнә «Айыҡ ауыл» конкурсы старт ала

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Андрей Старостин

БР Хөкүмәтендә «Айыҡ ауыл-2013» республика конкурсына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтте. Бындай бәйге Башҡортостанда икенсе тапҡыр үткәрелә.

Кәңәшмәлә республика министрлыҡтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм төбәктең башҡа йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Конкурсты ойоштороусылар булып БР Хөкүмәте ярҙамында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм «Айыҡ Башҡортостан» төбәк йәмәғәт хәрәкәте сығыш яһай.

– Айыҡлыҡ өсөн хәрәкәтте республиканың йәмәғәт ойошмалары дәррәү күтәреп алды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы был йүнәлештә ҙур эш алып бара, — тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, кәңәшмәне асып. – Был проект федераль кимәлдә лә танылыу алырға тейеш. Сөнки йәмәғәт ойошмаларының, власть органдарының, сәләмәт тормоштоң республика һәм, ғөмүмән, бөтә донъя өсөн ҡотҡарыу сараһы булыуын аңлаған барлыҡ кешеләрҙең уртаҡ тырышлығы менән генә ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин.

Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, айыҡлыҡ өсөн көрәштә иғтибарҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәгән халыҡтарҙың традицияларына йүнәлтергә кәрәк. Бынан тыш, йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн, был эштә төрлө интернет-ресурстар, социаль селтәрҙәр кеүек заманса мәғлүмәт таратыу сараларын ҡулланыу зарур.

2013 йылда конкурс республиканың резерв фондынан финансланасаҡ, сумма бер миллион һум тәшкил итәсәк. Еңеүселәр түбәндәге биш номинация буйынса билдәләнәсәк: «Ғаилә институтын һаҡлау буйынса эшмәкәрлектең иң яҡшы һөҙөмтәләре», «Граждандарҙың әүҙемлеген арттырыу буйынса иң яҡшы тәжрибә», «Милли-мәҙәни эшмәкәрлектә һәм ауыл традицияларын үҫтереүҙә иң яҡшы ҡаҙаныштар», «Айыҡ (сәләмәт) йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса иң яҡшы тәжрибә», «Ауыл тураһында иң яҡшы фото-видео репортаж».

Ултырыш барышында Лилиә Ғүмәрова йәштәрҙең алкоголле эсемлектәрһеҙ ялын ойоштороу маҡсатында ауыл клубтарында дискотекалар үткәреү буйынса проект башлап ебәрергә тәҡдим итте. Сарала ҡатнашыусылар был идеяны хупланы.

Сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн көрәштә йәш ғаиләләргә лә ҙур иғтибар бүленә. Шуға күрә айыҡ туйҙар үткәреүгә булышлыҡ итеү, бөтә ЗАГС бүлектәрендә сәләмәт тормошто пропагандалаған дискылар таратыуҙы ойотороу тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Бөгөнгө көнгә бәйгелә ҡатнашыу өсөн заявкалар 50 ауылдан ҡабул ителгән. 2011 йылда, проект тәүге тапҡыр үткәрелгәндә, Башҡортостандың 41 муниципаль районынан йәмғеһе 99 ауыл ҡатнашҡайны. Уларҙың 30-ҙан ашыуы финалға үтте, ә 15 ауыл төрлө номинацияларҙа еңеү яуланы. Өс ауыл еңеүсе тип танылды һәм «Айыҡ ауыл» исеменә лайыҡ булды. Халыҡ араһында айыҡлыҡты пропагандалаған әүҙем кешеләр ҙә бүләктәр алды.