3 декабрь, Шәмбе

15 апрель 2013 йыл, 17:03

Төбәктә үткән тәүге өмәләрҙә 4,6 мең тонна сүп-сар сығарып түгелгән

автор: Галина Бахшиева

Үткән ял көндәрендә Башҡортостанда ойошторолған тәүге өмәләрҙә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарына 4,6 мең тоннанан ашыу сүп-сар сығарып түгелгән. Территорияларҙы санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса сараларҙа дөйөм алғанда 2,8 мең берәмек махсус техника файҙаланылған.

Республикала 13 апрелдә старт алған яҙғы өмәләрҙә 94 мең квадрат метр юл һәм өс мең погон метр тирәһе ҡойма һәм фасад ремонтланған.

— Тәүге экологик өмәләр йомғаҡтары буйынса, Башҡортостандың сүп-сарҙан таҙартылған һәм төҙөкләндерелгән территорияһы әлегә 10 процент тәшкил итә, — тип хәбәр итте БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яҙғы өмәләр быйыл төбәктә 18 майға тиклем дауам итәсәк.