8 декабрь, Кесе йома

15 апрель 2013 йыл, 16:33

Силәбе өлкәһендә башҡорт телендә яңы баҫмалар сыға башланы

автор: Әлим Фәйезов, Резеда Байназарова

Силәбе өлкәһендә «Шәжәрә» журналының һәм «Арғужа», «Аҡ тирмә», «Башҡорт74.РФ» гәзиттәренең тәүге һандары донъя күрҙе. Был баҫмаларҙа төбәктә йәшәгән башҡорттарҙың тормошо хаҡында бәйән ителә.

Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында «Арғужа» гәзите ҡайтанан сығарыла башланы. Баҫма «Восход» район гәзитенең ҡушымтаһы булараҡ айына бер тапҡыр баҫыласаҡ. Ул районда үткән хәл-ваҡиғаларҙы, ҡоролтайҙар, милли ижади коллективтар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының эшмәкәрлеген сағылдырасаҡ.

«Аҡ тирмә» гәзитенең һәм «Шәжәрә» журналының ойоштороусыһы булып Башҡортостан Республикаһының «Аҡ тирмә» төбәк йәмәғәт ойошмаһының Силәбе өлкәһендәге филиалы — «Аҡ тирмә» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығыш яһай. Гәзит айына бер тапҡыр сығасаҡ, ул ойошма эшәкәрлеге менән таныштырып торасаҡ. «Шәжәрә» журналы иһә өлкәлә йәшәгән башҡорттарҙың тарихына һәм шәжәрәләренә бағышланасаҡ. Һәр һанда берәр ғаиләнең шәжәрәһе баҫтырыласаҡ. Журналдың баш мөхәррире Арыҫлан Бикбулатов һүҙҙәренсә, баҫма кварталға бер сығасаҡ.

«Башҡорт74.РФ» гәзитен ойоштороусы булып журналист Резеда Байназарова сығыш яһай. Айына ике тапҡыр сығасаҡ баҫмала өлкәлә ойошторолған барлыҡ милли саралар яҡтыртыласаҡ.

Резеда Байназарова һүҙҙәренсә, ағымдағы йыл милли матбуғат өсөн мөһим осор булып тора, өлкәлә башҡорт телендә баҫмалар күпләп сыға башлаған. Уларҙың барыһы ла «шәжәрәләр һәм «Шәжәрә» байрамдарын үткәреү, башҡорт халҡының милли традицияларын һәм йолаларын тергеҙеү аша, йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеге аша халыҡтың, тыуған яҡтың тарихын өйрәнеүгә һәм уны һаҡлауға булышлыҡ итәсәк», тип иҫәпләй Резеда Байназарова.