Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Башҡортостан Республикаһында электрон белем биреү» ассоциацияһының ойоштороу конференцияһы үтәсәк

Йәмғиәт

18 апрелдә Өфөлә «Башҡортостан Республикаһында электрон белем биреү» мәғариф учреждениелары ассоциацияһының ойоштороу конференцияһы үтә.

БР Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, методологик һәм технологик йүнәлештәрҙә электрон белем биреү системаһын булдырыуға булышлыҡ итеү, халыҡ-ара сифат стандарттарын индереү ассоциацияның төп бурыстары булып тора.

Конференцияла БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов, республиканың Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлығы етәксеһе Илдар Ямалов, төбәктең Фәндәр академияһы президенты Рәмил Бәхтизин, республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттары етәкселәре ҡатнашасаҡ.

Ойоштороу форумы «Башинформ» агентлығының конференц-залында үтәсәк. Башлана – 15 сәғәттә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть