5 декабрь, Дүшәмбе

15 апрель 2013 йыл, 12:21

Өфөлә РФ субъекттарында бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең VII съезы үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

16-18 апрелдә Өфөлә РФ субъекттарында бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең VII съезы үтә. Баш ҡаланың Конгресс-холында үтәсәк сарала БР Президенты Рөстәм Хәмитов һәм РФ Президенты янындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов ҡатнашасаҡ.

Съезд сиктәрендә пленар ултырыш, пленар сессиялар үткәреү планлаштырыла. Форумда ҡатнашыусылар һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында, шулай уҡ мәктәпкәсә, урта, юғары, өҫтәмә белем биреү учреждениеларында, балалар йорттарында, интернаттарҙа, йәйге сәләмәтләндереү лагерҙарында, социаль яҡлау учреждениеларында балаларҙың һаулыҡ һаҡлауға һәм медицина ярҙамына хоҡуҡтарын үтәү мәсьәләләрен тикшерәсәк.

Шаршамбы, 17 апрелдә, Республика клиник психотерапия үҙәгендә, Республика балалар клиник дауаханаһында, «Мәрхәмәт» хәйриә фондының Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҫеш үҙәгендә һәм махсуслаштырылған Сабый йортонда фекер алышыу майҙансыҡтары ойошторола.

Съезд кесе йома, 18 апрелдә, «Социаль етемлекте иҫкәртеүҙә опека һәм попечителлек органдарының роле һәм баланың ғаиләлә тәрбиәләнеүгә хоҡуғын тормошҡа ашырыу» бөтә Рәсәй семинары менән тамамлана. Доклад менән Павел Астахов, шулай уҡ БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова сығыш яһаясаҡ.

Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең бөтә Рәсәй съезында илдең барлыҡ төбәктәренән 500-ҙән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Бала хоҡуҡтарын яҡлаусыларҙан тыш, форумда федераль һәм төбәк министрлыҡтары һәм ведомстволары, фәнни, медицина, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, эксперттар ҡатнашасаҡ.