11 декабрь, Йәкшәмбе

15 апрель 2013 йыл, 11:43

Башҡортостанға Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Станислав Вавилов киләсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Дүшәмбе, 15 апрелдә, Башҡортостанға эш визиты менән Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Станислав Вавилов килә. Төбәк буйлап эш сәфәре 17 апрелгә тиклем дауам итә, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһынан.

Станислав Вавилов БР Үҙәк һайлау комиссияһына Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һәм урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлауға әҙерлек барышында ойоштороу-методик, консультатив һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтәсәк.

Эш визиты барышында Башҡортостан етәкселеге һәм республика дәүләт власы органдары етәкселәре менән осрашыуҙар, БР Үҙәк һайлау комиссиһында кәңәшмә үткәреү, бер нисә территориаль һайлау комиссияһына барыу, сәйәси партиялар һәм йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашыуҙар ойоштороу планлаштырылған.