3 декабрь, Шәмбе

15 апрель 2013 йыл, 11:19

Республика Президенты «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2013» конкурсында еңеүселәр менән осрашты

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йома, 12 апрелдә, Республика йортонда «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2013» конкурсында еңеүселәр менән осрашты.

Педагогик оҫталыҡ бәйгеһе йомғаҡтары буйынса абсолют еңеүсе тип Өфө ҡалаһы Совет районының 115-се гимназияһынан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Оксана Шәрәфетдинова танылды. Ул шулай уҡ «Иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ булды. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт лицей-интернатынан информатика уҡытыусыһы Луиза Мырҙаҡаева, Туймазы ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатынан татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зинфира Нурсиламова, Стәрлетамаҡтың Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Баязғолова — шулай уҡ иң яҡшылар иҫәбендә.

Рөстәм Хәмитов педагогтарҙы еңеүҙәре менән ҡотлап, «Мәғариф тураһында»ғы республика законы тураһында фекер алышырға тәҡдим итте. Уның һүҙҙәренсә, был яңы закон проекты өҫтөндә бргәләп эшләргә кәрәк.

Президент шулай уҡ аҙ комплектлы мәктәптәрҙә уҡытыу мәсьәләһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырманы.

— Мәктәптәрҙе ябыуға ҡаршмыны, — тине Рөстәм Хәмитов. – Әммә иҡтисад ҡайһы саҡта уҡыу йорттарын берләштерергә мәжбүр итә. Әгәр ҙә мәктәптә уҡыусылар тейешле кимәлдә белем алмай икән, уларҙы биш-ун километр алыҫлыҡта урынлашҡан, көслө уҡытыусылары булған белем биреү учреждениеларына йөрөтөү, бәлки, дөрөҫөрәк булыр. Балаларҙы бындай мәктәптәргә йөрөтөү мөмкинлеге бар икән, ундай варианттарҙы мотлаҡ ҡарараға кәрәк.

Әммә, Президент билдәләүенсә, был мәсьәләне төптән уйлап хәл итергә кәрәк.

Рөстәм Хәмитов билдәләгән йәнә бер тема – мәктәптәрҙең матди-техник базаһын нығытыу. Был маҡсаттарға ҙур аҡса бүленә: һуңғы ике йыл эсендә генә был сумма өс миллиард һум тәшкил иткән. Быйыл 1,5 миллиард һум йүнәлтелә.

Уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡын арттырыу тураһында һүҙ йөрөтөп, республика етәксеһе был йүнәлештә эштең дауам ителәсәген билдәләне. Әммә, Президент һүҙҙәренсә, һөҙөмтәләр ҙә булырға тейеш.

— Беҙгә яҡшы, белемле уҡыусылар кәрәк. Бынан тыш, мәктәпте тамамлаусылар илебеҙҙең ысын граждандары булырға тейеш, — тип билдәләне Президент.

Шулай уҡ осрашыу барышында педагогтарҙы борсоған башҡа һорауҙар, атап әйткәндә, белем биреү процесына инновациялар индереү, туған телдәрҙе өйрәнеү, традицияларҙы һаҡлап ҡалыу, рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү мәсьәләләре тикшерелде.