9 декабрь, Йома

15 апрель 2013 йыл, 10:25

Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры директоры итеп Ринат Ишмуллин тәғәйенләнде

автор: Розалия Вәлиева

Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры директоры итеп Ринат Ишмуллин тәғәйенләнде, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат секретары Ләйлә Ишморатова.

Ринат Ишмуллин 1964 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Фәйзулла ауылында тыуған. 1983 йылда – Сибай педагогия училищеһын, 1993 йылда – Башҡорт дәүләт университетын, 2006 йылда Рәсәй театр сәнғәте академияһын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1983 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Илтуған ауылы мәктәбендә хеҙмәт һәм физкультура уҡытыусыһы булып башлай.

Төрлө йылдарҙа Баймаҡ районы «Урал» колхозының ВЛКСМ комитеты секретары, Баймаҡ тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы мөдире, Баймаҡ район Советы башҡарма комитетының йәштәр эштәре буйынса бүлеге мөдире, Баймаҡ ҡалаһының Мәҙәниәт йорто директоры, Сибай дәүләт филармонияһы етәксеһе, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры вазифаларын башҡара. 2012 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ була.