3 декабрь, Шәмбе

15 апрель 2013 йыл, 10:01

Рөстәм Хәмитов юл-төҙөлөш лабораторияһы эшмәкәрлегенең сифатын тикшерҙе

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә апрель башында асылған юл-төҙөлөш лабораторияһының эшмәкәрлеге менән танышты.

Әлеге ваҡытта бында юлдарҙы ремонтлағанда һәм яңыларын төҙөгәндә файҙаланыласаҡ материалдарҙың сифаты тикшерелә. Лаборатория Германия һәм Америкала етештерелгән заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Уның директоры Василий Ивлев һүҙҙәренсә, бындай лабораториялар Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ғына бар. Йәмғеһе 25,5 миллион һум суммаға 602 берәмек ҡорамал һатып алынған.

— Юл төҙөүселәр өсөн мөһим мәл етте – йә улар яңыса һәм сифатлы эшләй башлаясаҡ, йә уларҙың урынына профессиональ эшләгән башҡа хеҙмәткәрҙәрҙе саҡырасаҡбыҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Насар эшләгән өсөн ҙур аҡса алған замандар үтте. Хәҙер төҙөлөштөң барлыҡ этаптарында ҡаты һәм даими контроль буласаҡ. Был Башҡортостанда юлдар сифатын яҡшыртыуҙа тәүге һәм мөһим аҙым буласаҡ.

Өфөләге лабораторияның ҡеүәте яҡында урынлашҡан райондарҙы хеҙмәтләндереү өсөн етәсәк. Республика кимәлендәге бындай лаборатория алдағы йылда булдырыласаҡ, кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған да инде. Хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһына килгәндә, Өфө дәүләт нефть техник университетының төҙөлөш факультеты һәм Өфө автоюлдар техникумы менән хеҙмәттәшлек итеү планлаштырыла –махсус тикшереү эштәре өсөн студенттар әҙерләнәсәк.

Тиҙҙән лаборатория аккредитация үтеп, сәнәғәт масштабтарында тикшеренеүҙәр үткәрә башлаясаҡ. Әлегә белгестәр Октябрь проспектында төҙлөп ятҡан ер аҫты үткәүелдәренең сифатын тикшерә, артабан улар Салаут Юлаев проспекты, Беренсе май һәм Жуков урамдары, «Өфө — Аэропорт» трассаһын тикшерергә планлаштыра. Шулай уҡ лабораторияла бетон сифатын тикшереү өсөн махсус ҡорамалдар бар.

— Материалдарҙың сифатын тикшермәйенсә эшләүҙең файҙаһы булмаясаҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты. – Лаборатория, тәү сиратта, брак яһаусыларҙы асыҡларға тейеш. Ағымдағы йылда юлдар төҙөүгә республика бюджетынан – 9 миллиард һум, федерль бюджеттан 7,5 миллиард һум аҡса бүленде. Лаборатория аҡса экономияларға мөмкинлек бирәсәк: тик сифатлы материалдарҙы файҙаланып, был суммаға ике тапҡырға күберәк юлдар төҙөп буласаҡ.