6 декабрь, Шишәмбе

12 апрель 2013 йыл, 17:36

Республика Президенты граждандарҙы ҡабул итте

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының Башҡортостандағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашты. Республика етәксеһенә Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан граждандар мөрәжәғәт итте.

Ишембайҙан килгән ҡатын үҙ ҡалаһында парк асылыуын теләй. Йәш әсә булараҡ, уны саф һауала ял итеү өсөн матур урын булмауы борсой.

Рөстәм Хәмитов тәҡдимде хуплап, был йүнәлештә эштәр башҡарыла башланыуы хаҡында әйтте. Паркты реконструкциялау проекты әҙер. Башҡортостан Президенты ҡала башлығына, төҙөлөш ойошмаларына һәм төбәктең Иҡтисади үҫеш министрлығына проектты тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтеү өсөн тейешле күрһәтмәләр бирҙе. Алдағы йылда уҡ Ишембайҙа матур, заманса парк ҡалҡып сығыуы ихтимал.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Ишембайҙа балалар баҡсаларына сираттың булыу-булмауы хаҡында ҡыҙыҡһыны. Йәш әсә һүҙҙәренсә, ҡалала бындай проблема күҙәтелмәй. Уның ҡыҙына дүрт йәш, һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына путевка алыу йәһәтенән ҡыйынлыҡтар килеп тыумаған. Киреһенсә, ҡалала заманса балалар баҡсалары төҙөлә.

Һалдыбаш урман хужалығындағы йүкәләрҙе һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе менән Башҡортостан Президентына бал ҡорттарын үрсетеү менән шөғөлләнгән пенсионер мөрәжәғәт итте. Был ағастар үҫкән ерҙә ағас ҡырҡыу тыйылһа ла, йыш ҡына улар ҡырҡыу өсөн билдәләнгән участкаларға индерелә. Оло кеше төрлө инстанциялар буйлап йөрөһә лә, был һөҙөмтә бирмәгән. Президент мәсьәләне үҙ контроленә алды.

«Солнечный круг» үҙәген ойоштороусы республика башлығына мәктәпкә тиклемеге һәм мәктәп йәшендәге балалар өсөн шәхси белем биреү үҙәген төҙөү өсөн ер бүлеүҙә булышлыҡ итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

Рөстәм Хәмитов Өфөнән ер алыуҙың еңел булмауын билдәләне. Әммә бындай проекттар өсөн участкалар бүленергә тейеш, тип иҫәпләй ул. Әлеге ваҡытта, бер вариант булараҡ, Владивосток урамында төҙөлөш алып барыу мөмкинлектәре тикшерелә. «Солнечный круг» үҙәгенең Өфөлә балалар баҡсаһы һәм башланғыс мәктәбе эшләй. Әммә улар муниципалитеттан ҡуртымға алынған биналарҙа урынлашҡан.

Өфөнөң 18-се дауаханаһында эшләгән табипты торлаҡ мәсьәләһе борсой. Уның фекеренсә, ҡалаларҙа медицина хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеү программалары булырға тейеш.

Президент билдәләүенсә, республикала социаль торлаҡ төҙөү буйынса эштәр әүҙем алып барыла. Әммә йәш белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһен дәүләт ярҙамынан тыш хәл итеп булмай. Республика етәксеһе иҫәпләүенсә, был һорауҙы төҙөүселр менән бергә хәл итергә кәрәк.