10 декабрь, Шәмбе

12 апрель 2013 йыл, 15:57

Башҡортостан Президенты: «Йәштәргә торлаҡ төҙөү йәһәтенән ярҙамды көсәйтергә кәрәк»

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Йәштәргә торлаҡ төҙөү йәһәтенән ярҙамды көсәйтергә кәрәк, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында тура эфир барышында Йәрмәкәй районынан йәш журналистың һорауына яуап биреп.

— Торлаҡ мәсьәләһе ауыл ерендә лә, ҡалаларҙа ла киҫкен тора, — тине Президент. – Быларҙың барыһы ла ресурстарға, бюджет мөмкинлектәренә бәйле. Шул уҡ ваҡытта бюджет дефициты беҙҙә 10-12 миллиард һум тәшкил итә, әммә йыл аҙағынаса быны хәл итәсәкбеҙ, тип ышанам.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм уҡытыусылар өсөн күп нәмә эшләнә. Мәҫәлән, табиптар, бер миллион һумдан тыш, республика бюджетынан 100 мең һум аҡса ала.

— Былтыр ауыл еренә 600-ҙән ашыу табип күсеп барҙы, быйыл уларҙың һаны 300-350-нән дә кәм булмаҫ, тип ышанабыҙ, — тине БР Президенты. – Беҙ һәр ваҡыт резервтар эҙләйбеҙ. Финанс йәһәттән тулыһынса тәьмин итә алмайбыҙ, әлбиттә. Сығымдарҙы өс структура араһында бүлергә кәрәк. Уларҙы республика, муниципалитет һәм йорт төҙөргә теләгән кеше үҙ өҫтөнә алырға тейеш. Бындай программалар булырға тейеш.

Шул уҡ ваҡытта был йәһәттән ыңғай миҫалдар ҙа бар: Илеш һәм Баҡалы райондарында йәш белгестәргә фатирҙар бүленә, әммә ундай осраҡтар бармаҡ менән генә һанарлыҡ.