5 декабрь, Дүшәмбе

12 апрель 2013 йыл, 15:13

Республика Президенты: «Яҡташтар» проекты ярҙамында яңы исемдәр асыҡланды

автор: Людмила Терновая | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты фекеренсә, «Яҡташтар» проекты ярҙамында төбәктең кадрҙар резервын тәшкил иткән байтаҡ кешеләр асыҡланды.

— Хеҙмәт кешеһен һәр саҡ төп герой тип иҫәпләнем һәм әле лә шулай уйлайым. Ғәҙәттә, уның турала яҙмайҙар, телевизор экрандарынан күрһәтмәйҙәр, — тине Башҡортостан Президенты. – Ундай ябай кешеләргә, крәҫтиәндәргә һәр ваҡыт оло ихтирам менән ҡарайым.

Рөстәм Хәмитов республикала бындай акция үткәреү башланғысы менән сығыш яһауы тураһында һөйләне.

— «Яҡташтар» проектына килгәндә, бер йыл элек республикала бындай акция үкәрергә тәҡдим иттем, — тип һөйләне Президент. – Беҙҙең арала яңы кешеләр, геройҙар юҡ, тип миңә йыш хат яҙалар. Бының менән төптө килешмәйем: ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа ихтирам ҡаҙанған кешеләр бар. Был акция ярҙамында биш меңдән ашыу яңы исем асыҡланды. Киләсәктә уларға таянып эшләйәсәкбеҙ. Улар төбәктең кадрҙар резервын тәшкил итә.

Ошо көндәрҙә республикала йәнә бер проект старт алды. Рөстәм Хәмитов «Китаптар — балаларға» проекты тураһында ла үҙ фекерен белдерҙе.

— Был акцияла, әлбиттә, ҡатнашасаҡмын: яңы китаптар һатып алырға, иҫкеләрен тапшырырға ниәтләйем, — тине төбәк башлығы һәм республика халҡын хәйриә проектында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.