9 декабрь, Йома

12 апрель 2013 йыл, 13:38

Үрге Ләмәҙ ауылында яңы күпер төҙөләсәк

автор: Розалия Вәлиева

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында тура эфир барышында республика Президентына Үрге Ләмәҙ ауылы кешеһе мөрәжәғәт итте. Асыҡланыуынса, ауылда бер-нисә йыл элек йылғала һыу ташыу сәбәпле күпер емерелгән. Ауыл халҡының район үҙәге һәм башҡа ауылдар менән бәйләнеше өҙөлгән. Урындағы халыҡ иҫке күперҙе тергеҙеүен тергеҙгән, әммә унан хәрәкәт итеү бик хәүефле. Республика Президентынан, Үрге Ләмәҙ ауылында яңы күпер төҙөләсәкме, тип һоранылар.

— Халыҡты оло ер менән бәйләнешһеҙ ҡалдырырға ярамай. Ундай өҙөклөктәр булған ерҙә күперҙәр төҙөргә кәрәк, — тип яуапланы Рөстәм Хәмитов. – Йылға киңлеге мөмкинлек бирһә, аҫылмалы күпер төҙөргә була. Бындай конструкциялар тиҙ эшләнә һәм ҡиммәт түгел. Күперһеҙ йәшәп булмай, тейешле күрһәтмәләр бирәсәкмен, — тине Башҡортостан Президенты.