9 декабрь, Йома

12 апрель 2013 йыл, 12:49

Рөстәм Хәмитов: «Урындағы киң мәғлүмәт сараларына ярҙам күрһәтеү дауам итәсәк»

автор: Людмила Терновая

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телеканалында тура эфир барышында, республика етәкселеге муниципаль киң мәғлүмәт сараларына ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәк, тип белдерҙе.

Район баҫмаларында эшләгән журналистарҙың килеме тураһында һүҙ йөрөтөп, республика башлығы түбән эш хаҡы мәсьәләһенең бөтә өлкәләр өсөн дә көнүҙәк булыуын билдәләне.

— Түбән эш хаҡы – заман бәләһе, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты. – Беҙҙә уртаса эш хаҡы кимәле 20 мең һумдан ашты, был яҡшы, әммә был уртаса күрһәткестәр. 5-10 мең алған, шулай уҡ 50-60 мең алған кешеләр бар. Редакцияларҙа ресурстарҙың нисек бүленеүе, экономиялау мөмкинлегенең, өҫтәмә аҡса эшләү мөмкинлегенең булыу-булмауы хаҡында белмәйем. Был хаҡта, шул иҫәптән түләүле хеҙмәттәр тураһында уйларға кәрәк.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ милли баҫмаларға ярҙам күрһәтеү кәрәклеге хаҡында фекерен белдерҙе.

— Беҙгә бөтә телдәрҙә сыҡҡан гәзиттәр кәрәк, был бик мөһим. Уларға ярҙам итмәһәк, телдәрҙе үҫтереү өсөн нигеҙ булмаясаҡ, — тине Президент.

Төбәк башлығы һүҙҙәренсә, журналистарҙың эш хаҡын арттырыу мәсьәләһе ауыр.

— Бөгөн киң мәғлүмәт сараларын үҫтереүгә республика бюджетынан күп аҡса – бер миллиард һум йүнәлтелә. Шул уҡ ваҡытта был сумманы арттырып булмай. Төрлө варианттарҙы ҡарарға кәрәк. Бәлки, урындағы гәзиттәрҙән холдин ойошторорға булалыр. Был мәсьәлә өҫтөндә бергәләп уйларға кәрәк.