4 декабрь, Йәкшәмбе

12 апрель 2013 йыл, 12:06

Башҡортостан Президенты: «Минең һайлауҙарҙа ҡатнашыуымды халыҡтың ышанысы билдәләйәсәк»

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

Республика Президенты Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телеканалында тура эфир барышында 2015 йылда үтәсәк республика башлығын һайлау тураһында үҙ фекерен белдерҙе.

— Һайлауҙарҙа ҡатнашыуға килгәндә – ике йыл ваҡытыбыҙ бар әле. Әгәр беҙ һөйләгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуға, халыҡ тормошон яҡшыртыуға өлгәшә алһаҡ, әгәр халыҡтың миңә ышаныс белдергәнен, мине ҙур начальник итеп түгел, ә үҙ кешеләре итеп ҡабул итеүҙәрен белһәм, ул саҡта һайлауға барасаҡмын, әлбиттә, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Шул уҡ ваҡытта был ҡарар халыҡтың ышанысы, кешеләр менән булған мөнәсәбәттәр аша билдәләнәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.

— Минең өсөн был матур һүҙҙәр түгел. Эшмәкәрлегем халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Йәмғиәтебеҙҙә проблемалар булмаһын өсөн, халыҡта киләсәккә ышаныс, өмөт уянһын өсөн эшләйем. Беҙҙең көслө халыҡ булыуыбыҙға, киләсәктә яҡты көндәр көткәненә улар ышанырға тейеш.

Рөстәм Хәмитов һөйләүенсә, һайлауҙар 2015 йылда үтә һәм «был вазифаға дәғүә итеүсе һәр кеше шуны аңларға тейеш: иң мөһиме – халыҡтың мөнәсәбәте, халыҡ менән эшләү, кешеләрҙе ишетә белеү, йәмғиәт алдында торған проблемаларҙы хәл итә белеү».

— Төбәктә барған хәл-ваҡиғалар өсөн һеҙҙең менән бергә шәхсән үҙем дә яуап бирәм. Иңемдәге яуаплылыҡты аңлайым, был эштең ауыр булғанын беләм. Нисек эшләүемә ҡарап, халыҡ һығымта яһай ҙа инде.