Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республика Президенты: «Мин Президент булып эшләгән саҡта, Торатауҙы берәү ҙә эшкәртмәйәсәк»

Иҡтисад

— Мин Президент булып эшләгән саҡта, Торатауҙа берәү ҙә эшкәртмәйәсәк, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында сода производствоһының сеймал базаһы тураһындағы һорауға яуап биреп. – Был минең аныҡ позициям. Был турала асыҡтан-асыҡ әйтәм.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, Торатау – тейелгеһеҙ тәбиғәт ҡомартҡыһы һәм изге тау, башҡорт халҡының тарихында ул ҙур әһәмиәткә эйә.

— Республиканың Ғафури, Ишембай, Архангел райондарында башҡа сеймал сығанаҡтары бар, — тип билдәләне БР Президенты. – Торатауҙы эшкәртеүгә ҡарағанда, был, әлбиттә, ҡиммәтерәккә төшә, әммә тап ошо вариантты ғына ҡарарға кәрәк.

Бынан тыш, «сеймалды тәрәнерәк ерҙән сығарыу ысулын өйрәнергә», Шахтау ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе дауам итергә кәрәк. Бының өсөн яңы технология булдырыу, сода производствоһын яңыртыу талап ителә, тип иҫәпләй Президент.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть