11 декабрь, Йәкшәмбе

12 апрель 2013 йыл, 10:40

Рөстәм Хәмитов республика халҡының һорауҙарына яуап бирҙе

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалының тура эфирында республика халҡының һорауҙарына яуап бирҙе.

Республика етәксеһе менән бындай форматта һөйләшеү тәүге тапҡыр ойошторолмай. Тура телевизион диалог бишенсе тапҡыр үткәрелде.

— Минеңсә, бөгөн телевизор экрандарынан күпләп ағылған негатив мәғлүмәт менән тормошта булған ыңғай күренештәр араһында баланс булырға тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов, киң мәғлүмәт саралары менән булған мөнәсәбәттәр тураһындағы һорауға яуап биреп.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, һуңғы ваҡытта йәмғиәт ниндәйҙер негатив ҡараштар солғанышында йәшәй. Һәр ваҡыт кире күренештәр, тормошобоҙҙоң кире яҡтары тураһында һөйләйҙәр.

— Бергәләп яңы йәмғиәт төҙөйбөҙ, тип уйлайбыҙ. Әммә ян-яҡтан ағылған кире мәғлүмәт кешеләрҙе йүнәлештән тайпылдыра. Тормош ҡороу өсөн көстө, ышанысты кеше ҡайҙан алырға тейеш? – тигән һорау ҡуйҙы киң мәғлүмәт саралары алдына Башҡортостан Президенты.

Рөстәм Хәмитов студияла булған муниципаль киң мәғлүмәт саралары журналистарын ҡала һәм райондарҙа булған ыңғай күренештәр тураһына күберәк һөйләргә саҡырҙы.